Радий Хәбиров башҡорт теленең һанлы платформаһы хаҡында һөйләне

Башҡорт телен яратҡан, ошо телдә аралашҡан йәки өйрәнә генә башлағандар өсөн барлыҡ һанлы проекттар әйҙә.рф платформаһына тупланды.
«Дуҫтар, һеҙҙең иғтибарға ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ресурс тәҡдим итәм, — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — әйҙә.рф порталы – ябай сайт түгел, ә башҡорт телен һанлы мөхиттә һаҡлаусы һәм үҫтереүсе экосистема. Бында тел өйрәнеү өсөн заманса проекттар ҙа, бәләкәстәргә йәнһүрәттәр ҙә, өлкәндәр өсөн етди архив материалдары ла табырға мөмкин.
Йәштәребеҙгә айырым шуны әйтергә теләйем: башҡортса һөйләшеү, туған телдә контент булдырыу – заманса, көнүҙәк һәм был беҙҙең киләсәк. Ҡарағыҙ һәм ҡушылығыҙ!»
Республика етәксеһе педагогтарҙы, IT-өлкәһе белгестәрен, ата-әсәләрҙе һәм барлыҡ битараф булмағандарҙы ошо эшкә ҡушылырға, материалдарҙы өйрәнергә, иң яҡшы тәжрибәләрҙе үҙләштерергә, үҙҙәренең проекттарын бойомға ашырырға саҡырҙы.