Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде. Баш ҡала аэропортында тиҫтәләгән рейс тотҡарлана.
Онлайн табло мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Мәскәүгә – биш, яңы Уренгойға – ике, Сорғот, шулай уҡ Шарм-әл-Шейх, Сочи, Санкт-Петербург һәм Екатеринбургҡа рейстар ваҡытлыса башҡарылмай.
Шулай уҡ Ҡазан, Мәскәү, Сочи, Норильск, Сорғот, Яңы Уренгой һәм Надым ҡалаларынан самолеттар осмай.