Торатауҙа Ҡыш Бабай тирмәһе асыла
25 декабрҙә Торатау шиханы янындағы этнокомплекста Ҡыш Бабай тирмәһе үҙ ишектәрен асырға әҙерләнә (0+). Уны асыу тантанаһы 26 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
Ҡунаҡтар Ҡыш бабай, уның ейәнсәре Ҡарһылыу һәм балалар әкиәттәре геройҙары менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән бейей ала. Санала шыуырға, ҡаргиҙәрҙә һәм аттарҙа йөрөргә була. Ҡышҡы уйындар ойошторола, хатта VR-күҙлек ярҙамында виртуаль ысынбарлыҡ донъяһына сумырға мөмкин. Байрамса биҙәлгән тирмәлә Башҡортостандың төп яңы йыл тылсымсыһы менән аралашыу, шиғыр һөйләү, бейеү һәм фотоға төшөү мөмкинлеге бар.
«Өсөнсө йыл яңы йыл тылсымсыһы мөғжизәгә ышанған һәр кем өсөн үҙ тирмәһенең ишектәрен аса. Балалар менән генә түгел, ә күңелендә әкиәт донъяһы йәшәгән өлкәндәр менән дә осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә», — тип хәбәр иттеләр этнокомплекстың матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡыш Бабай тирмәһе 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем эшләй.