Яҡташтарыбыҙ «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды24.11.2026

Яҡташтарыбыҙ «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһында йәшәгән дүрт ҡатын-ҡыҙға «Герой-әсә» исеме бирелде. Улар – Людмила Мартышина, Татьяна Мөфтәхова, Лидия Тефтерева һәм Светлана Шабалина.

Тейешле документҡа Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был исем ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә.

Бынан алдараҡ Рәсәй президенты Владимир Путиндың дүрт яҡташыбыҙға маҡтаулы исем биреүе хаҡында хәбәр иткәйнек.



Вернуться назад