Республикала боҙло ямғыр яуыуы көтөлә24.11.2026

Республикала боҙло ямғыр яуыуы көтөлә

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың ҡайһы бер райондарында юлдарҙа боҙлауыҡ, боҙло ямғыр көтөлә.

«Бындай шарттарҙа тәжрибәле водителдәргә лә иғтибарлы булырға: хәүефһеҙ тиҙлекте һаҡларға, дистанцияны һаҡларға, киҫкен маневрҙарҙан ҡасырға һәм юлға сығыр алдынан автомобилдең төҙөк булыуын тикшерергә кәрәк», — тип иҫкәртте ҡотҡарыусылар.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 25 ноябрҙә республика биләмәһендә төндә болотло һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метр, төндә көньяҡта секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ -1, +4°. Юлдарҙың айырым участкаларында томан төшкәндә һәм ямғыр яуғанда күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насарая.

Өфөлә болотло һауа торошо фаразлана. Ямғыр һәм епшек ҡар, урыны менән боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, төндә һәм иртән юлдарҙа тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метр. Һауа температураһы төндә -1, -3°, көндөҙ +2, +4°.


 





Вернуться назад