Ҡотлайбыҙ!12.07.2012
Ҡотлайбыҙ!Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле улыбыҙ Алмас Рауил улы Шаммасовты матур юбилейы — 25 йәш тулыуы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Улыбыҙға, ныҡлы терәгебеҙгә, тормош һөйөнөстәре менән тулы бәхетле ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, яҡты зиһен, илаһи ижад ҡомары, хеҙмәтендә тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ. Бағлаған өмөттәрең аҡланһын, теләктәрең тормошҡа ашһын. Юғары бейеклектәргә артылып, башҡарған эшеңдән кинәнес, дәрт-дарман алып, именлектә, бәрәкәтле мул тормошта, яҡты уй-теләктәр, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын.

Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.

Иң изге теләктәр менән атайың, әсәйең һәм барлыҡ туғандарың.


Вернуться назад