26 декабрҙә Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла

Башҡортостан баш ҡалаһының төп яңы йыл майҙансығы ҡунаҡтарҙы Яңы йылға бер нисә көн ҡалғас ҡабул итә башлай. Өфө ҡала советы янындағы майҙансыҡта урынлашҡан Ҡыш бабай резиденцияһы 26 декабрҙә асыла, тип хәбәр итә баш ҡала властары.
Хәҙер биләмәлә байрамға әҙерлек бара: белгестәр конструкцияларҙы ҡороу һәм киңлекте биҙәү эштәре менән мәшғүл.
Былтыр резиденция 25 декабрҙә — бер көн алдараҡ эшләй башланы. Байрам майҙансығына бөтәһе 200 меңдән ашыу кеше килде.
Ҡала советы янындағы яңы йыл резиденцияһы ҡышҡы байрам көндәрендә Өфөнөң иң популяр урындарының береһенә әүерелә: бында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыуҙар ойошторола, балалар һәм өлкәндәр өсөн фотозоналар һәм күңел асыу программалары эшләй.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе 11 көнлөк яңы йыл каникулдары көтә.