Республика перинаталь үҙәгендә бер аҙнала өс ғаиләлә игеҙ балалар тыуған23.11.2026

Республика перинаталь үҙәгендә бер аҙнала өс ғаиләлә игеҙ балалар тыуған

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

16-22 ноябрҙә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республика клиник перинаталь үҙәгендә 147 сабый донъяға килгән.

Медицина учреждениеһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала өс тапҡыр игеҙ балалар тыуыуы теркәлгән. Ике ғаиләлә – малайҙар, тағы бер ғаиләлә ҡыҙҙар тыуған. Отчет осоронда үҙәктә бөтәһе 65 малай һәм 82 ҡыҙ донъяға килгән.

Бынан алда республиканың һаулыҡ һаҡлау министры 495 грамм булып тыуған сабыйҙы ҡотҡарыуҙары тураһында яҙғайны.



Вернуться назад