Өфөлә сабыйҙарҙың ата-әсәләре шәхси балалар баҡсаһына сертификат алырға мөмкин23.11.2026

Өфөлә сабыйҙарҙың ата-әсәләре шәхси балалар баҡсаһына сертификат алырға мөмкин

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфөлә өс йәшкә тиклемге балаһына дәүләт балалар баҡсаһына электрон сиратта торған ата-әсәләр альтернатив ҡарар менән файҙалана ала. Өфө мэры Рөстәм Шәрипов шәхси мәктәпкәсә ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға тейешле сертификаттар биреү тәртибен раҫланы.

«Башинформ» ҡарамағында булған рәсми ҡарарҙан күренеүенсә, муниципаль баҡсала урын булмаһа, ата-әсәләр райондың мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итә һәм махсус реестрҙан шәхси балалар баҡсаһын һайлай ала (ул ufa-edu.ru сайтында баҫылған). Сертификатты мөрәжәғәт иткән көндә үк рәсмиләштерәләр, ә ғаиләнең баланы һайлап алған учреждениеға алып барыу һәм теркәү өсөн 5 эш көнө бар.

Сығымдарҙы финанслауға субсидиялар ҡала бюджетынан бүленә. Сертификат балаға өс йәш тулғансы ғәмәлдә була (әгәр йыл уҡыу йылы уртаһында өс йәш тулһа — ағымдағы йылдың 31 авгусына тиклем). Әгәр сабыйҙы муниципаль балалар баҡсаһына күсерһәләр, ул юҡҡа сығарыла.

 

 



Вернуться назад