Уның өс балаһы, 9 ейән-ейәнсәре һәм 12 бүлә-бүләсәре бар. Стәрлетамаҡтан Зәкиә Шәйғәрҙән ҡыҙы Йосопова бөгөн 100 йәшлек юбилейын билдәләй. Был хаҡта ҡала хакимиәте хәбәр итә.
Стәрлетамаҡтан Зәкиә Шәйғәрҙән ҡыҙы Йосопова бөгөн 100 йәшлек юбилейын билдәләй. Был хаҡта ҡала хакимиәте хәбәр итә.
Зәкиә Шәйғәрҙән ҡыҙы бөтә ғүмерен эшкә һәм ғаиләһенә бағышлай. Һуғыш йылдарында бойҙай йыйыу менән шөғөлләнә, үҙе йөк арбаһына тейәп, фронтҡа оҙата. Йәш сағында бухгалтер, аҙаҡ Стәрлетамаҡтың аҙыҡ-түлек магазиндарында һатыусы булып эшләй.
Хәҙер Зәкиә Шәйғәрҙән ҡыҙы – күп балалы әсәй, өләсәй һәм ҡарт өләсәй. Уның өс балаһы, 9 ейән-ейәнсәре һәм 12 бүлә-бүләсәре бар.
Әсәйемдең оҙон ғүмерле булыуының сере — сәләмәт йәшәү рәүеше, эшһөйәрлек, изге күңеллелек, ти инәйҙең ҡыҙы.