Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы көсәйтелгән эш режимына күсә20.11.2026

Был рейдтар – штраф һалыу ғына түгел, ә юлдарҙы хәүефле ҡағиҙә боҙоусыларҙан таҙартыу буйынса кәрәкле сара, тип билдәләнеләр ведомствола.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

20-22 ноябрҙә республиканың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, юлдарға өҫтәмә экипаждар сыға. Алкотестер ярҙамында водителдәрҙең эскәнме-юҡмы икәнен тикшерәләр. Автомобилгә иҫерек килеш идара иткән йәки тикшереүҙән баш тартҡан өсөн 45 мең һум штраф, ике йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү, ә ҡабаттан боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы янай.

«1-се пассажир» акцияһы сиктәрендә балаларҙы ташыуға айырыуса иғтибар бүленә. Автокресло булмаһа йәки стандарттарға тап килмәһә, 5 мең һум штраф һалына. Шулай уҡ инспекторҙар мәктәп һәм сауҙа үҙәктәре янында көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүелдәрен контролдә тота.



Вернуться назад