Башҡортостанда призывниктар хәрби хеҙмәтте пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә контракт менән алмаштыра ала20.11.2026

Башҡортостандан призывниктар саҡырыу буйынса хеҙмәт урынына пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өсөн йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич һөйләне.

Фото: БР хәрби комиссариаты | «Башинформ» өсөн

«Хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле граждандар бер йыллыҡ махсус контракт буйынса пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә, тейешле түләүҙәр һәм льготалар алырға хоҡуҡлы», – тине Михаил Блажевич.

Хәрби комиссар һүҙҙәренсә, ғәскәрҙәргә һайлап алғанда IT, электроника, радиотехника, авиамоделизм, «геймерлыҡ» тәжрибәһе булған кандидаттарға өҫтөнлөк бирелә.

Контракттың шарттарына ярашлы, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта, башҡа ғәскәрҙәргә күсерелмәй. Хеҙмәт урынына ебәрелер алдынан барыһы ла хәрби һөнәр үҙләштерә. Контракт ваҡыты тамамланғандан һуң хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда пилотһыҙ системаларҙың исемле батальонын туплау бара. Ул Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальоны тип атала. Бүлексәлә ҡатнашыусыларға федераль һәм республика льготалары ҡаралған (шул иҫәптән ғаилә ағзалары өсөн). Ҡабул итеү пунктының адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3. Элемтә өсөн телефон:  +7 (908)358-00-00, +7 (995) 948-65-41.



Вернуться назад