Өфө студенттарына яһалма интеллект ярҙамында видео һәм музыка эшләү серҙәрен астылар

Өфөлә яһалма интеллект буйынса «Аҡыл» тип аталған бушлай лекциялар циклы ойошторолдо. Проект нейроселтәрҙәрҙең мөмкинлектәре һәм уларҙы башҡорт телен үҫтереүҙәге әһәмиәте хаҡында һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуя, тип хәбәр иттеләр Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһынан.
«Яһалма интеллект буйынса бушлай лекциялар үткәреү беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға. Бөгөн ул башҡорт телен үҫтереүҙең ысын ҡоралы булып тора. Беҙ нейроселтәрҙәрҙең туған телебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә ниндәй файҙа килтереүен күрһәтергә теләнек. Был — видеояҙмалар, анимациялар, текстар һәм музыка ижад итеү. Лекцияны залда ла, онлайн тәртиптә лә бик ҡыҙыҡһынып ҡабул ителәр. Был мәғариф проектының кәрәкле булыуын раҫлай», — тине ойошма етәксеһе Гөлназ Йосопова.
Лекцияны Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары тыңланы. Өфө видеографы Батыр Ғәлимов нисек яһалма интеллекттың видео монтажлауҙы ябайлаштырыуын күрһәтте. Айгиз Аҫылбәков — нейроселтәрҙәр ярҙамында маркетинг өлкәһендә эшләү, Сергей Пихтовников — хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм реклама өлкәләрендә эшләү, Заһир Ишкинин — текстар, визуаль контент һәм музыка ижад итеү хаҡында һөйләне. Айгиз Ҡунафин яһалма интеллект агентын һәм ярҙамсыларын эшләп күрһәтте.
Лекцияларҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың социаль селтәрҙәрҙәге майҙансыҡтарында ҡарарға мөмкин.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостанда беренселәрҙән булып яһалма интеллектҡа туған телде өйрәтеүҙәре хаҡында яҙғайны.