Өфөлә арзан торлаҡ булырмы?12.07.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов арзан торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу маҡсатында Өфөләге биләмәләрҙе комплекслы үҙләштереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Атап әйткәндә, Рөстәм Зәки улы Башҡортостан Хөкүмәтенә төҙөлөш алып барыу күҙалланған биләмәләрҙе ташҡын хәүефе йәһәтенән тикшерергә ҡушты. Һуңғы йылдарҙа республикала ҙур ташҡын булмаһа ла, 40–50 йылға бер тапҡыр Өфө янында һыу баҫыу осраҡтары күҙәтелә. Ошоға бәйле Башҡортостан Президенты һыу аҫтында ҡалған территорияларҙы комплекслы үҙләштереү планына индермәҫкә, шулай уҡ дамбаларҙың, башҡа гидротехник ҡоролмаларҙың торошон, халыҡҡа хәбәр итеү системаларының эшен даими тикшерергә ҡушты.
Республика башлығы, бөгөн баҙарҙа торлаҡҡа ҙур ҡытлыҡ тойола, хаҡтар ҡиммәт, кеше торлаҡ ала алмай, тип билдәләне.
— Был йүнәлештәге эш ярайһы уҡ яҡшы бара. Тик үҙебеҙгә генә дәғүә белдерә алабыҙ. Үткәндәргә һылтанып, ерҙе төрлө алыпһатарҙар араһында бүлеп, таратып бөттөләр тип ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай, — тине Рөстәм Хәмитов.
Уның билдәләүенсә, әле Өфөләге ер мөнәсәбәттәре коррупция йоғонтоһонда. Ахыр сиктә ябай халыҡ зыян күрә, Өфөлә арзан торлаҡ етмәй. Быйыл ғына уның хаҡы 10 процентҡа артҡан.
Президенттың фекеренсә, хәлде тиҙ арала үҙгәртеү зарур. Бының өсөн власть торлаҡ өлкәһендә тәртип булдырыу, эште ойоштороу, уны әүҙемләштереү мөмкинлегенә эйә.
— Күреүебеҙсә, Өфөлә буш майҙансыҡтар юҡ тиерлек, — тине төбәк башлығы. — Булһа ла, урындар бик тығыҙ. Үҙләштерелмәгән биләмәләрҙә инфраструктура ла, юлдар ҙа юҡ. Йәғни буш яланда төҙөлөш башларға кәрәк. Әлбиттә, республика һәм ҡала инфраструктура булдырыу бурысын үҙ өҫтөнә алыу мөмкинлегенә эйә. Юл, газ, һыу үткәргестәр, канализация, электр энергияһы менән тәьмин итә ала. Беҙгә комплекслы төҙөлөштө йылдам тормошҡа ашырырлыҡ биләмәләр табырға кәрәк. “Йылдам” тип әйтеүемдең сәбәбе шунда, сөнки беҙҙең өсөн башҡаса юл юҡ.
Президент, торлаҡ төҙөү мәсьәләһе — Өфө ҡалаһындағы иң киҫкен проблема, башҡа эштәрҙе ситкә ҡуйып, ошо мәсьәлә менән генә шөғөлләнергә мөмкин, тип билдәләне.
— Уҙған йыл ярым ваҡыт проблеманы хәл итеү юлдарының бар икәнлеген күрһәтте. Әммә эште аҡыллы итеп ойоштора белмәйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был йәһәттән яуаплылыҡты бер структуранан икенсеһенә күсереү, ҡағыҙ бысратыу, коммерция структуралары менән альянс төҙөргә маташыу күҙәтелә. Шуға күрә хәлдән сығыу хаҡында уйлашайыҡ.
Президенттың фекеренсә, Өфөнө киңәйтеү, Ағиҙел, Өфө йылғаларының аръяғына сығыу, күпер, юл, инфраструктура объекттары төҙөү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.
— Быға бик күп аҡса талап ителә. Күҙаллауҙар буйынса республикала, атап әйткәндә, Өфөлә торлаҡ мәсьәләһен яйға һалыуға ғына 30 миллиард һум самаһы аҡса кәрәк. Тәү ҡарашҡа был бик күп һымаҡ. Әммә, икенсе яҡтан, аҡсаның тармаҡҡа бер-ике йылда түгел, биш-ете йыл эсендә һалынырға тейешлеген күҙ уңында тотһаҡ, тимәк, бурысты тормошҡа ашырырға мөмкин. Башҡортостан кеүек ҡеүәтле республика ошондай күләмле мәсьәләләрҙе атҡара алырға тейеш, — тине республика башлығы. — Ошо йүнәлештәге хәлдең барышын шәхсән үҙем күҙәтәсәкмен.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад