10-25 ноябрҙә Көньяҡ Кореяла Face of Asia – 2026 халыҡ-ара моделдәр конкурсы үткәрелә. Проектта Азияның төрлө илдәренән 60-тан ашыу модель ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһы исеменән Өфөнән Face of Bashkortostan-2026 милли конкурсында еңеү яулаған ике модель — Розалиә Низамова һәм Тамерлан Байғазин сығыш яһай. Финал шоуында яҡташтарыбыҙ «Ағиҙел» башҡорт художество предприятиеһының милли кейемдәрен күрһәтә.
Проектта ҡатнашыусылар өсөн моделдәр лагерында 10 көн буйына төрлө оҫталыҡ дәрестәре, фотоға һәм видеоға төшөрөүҙәр, Азия дизайнерҙарынан кейем күрһәтеү ойошторола. Конкурс барышында улар Сеул үҙәгендә ҙур илдәр парадында ҡатнаша.
