Республикала киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре вазифаһына конкурс иғлан ителде

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто филиалдарҙың директорҙары һәм баш мөхәррирҙәре вазифаһына конкурс иғлан итте. Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Фёдоровка, Хәйбулла райондарында, шулай уҡ Ишембай, Октябрьский, Салауат, Сибай ҡалаларында 10 вакантлы вазифа бар.
Кандидаттар «Журналистика», «Филология» йүнәлештәре буйынса юғары профессиональ белемгә, ошо өлкәлә 5 йылдан ашыуыраҡ хеҙмәт стажына эйә булырға тейеш.
Документтар 2026 йылдың 17 ноябренән 1 декабренә тиклем эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 2-се ҡат, 2-07-се бүләмәлә ҡабул ителә.
Конкурс 2026 йылдың 16 декабрендә иртәнге сәғәт 10-да башлана: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 2-16-сы бүлмә. Бөтә һорауҙар менән 8 (347) 226 20 01 телефонына шылтыратырға йәки otdel-kadrov@rbsmi.ru электрон почтаһына яҙырға мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сайтында уҡығыҙ.