Баш ҡалаға зоопарк кәрәкме?12.07.2012
Өфө ҡала Советы депутаттары баш ҡалала зоопарк асыуға бәйле йәмәғәтселек фекерен өйрәнергә теләй. Ҡала Советының рәсми сайтында ошоға ҡағылышлы һорауҙар урынлаштырылған. Сайтҡа инеүселәргә үҙенең фекерен белдерергә тәҡдим ителә.

Әлегә тауыш биреүселәрҙең 42 проценты зоопарк асыу яҡлы. Уларҙың фекеренсә, бөтөн ҙур ҡалаларҙа зоопарктар булырға тейеш, сөнки хайуандар менән аралашыу балаға тәрбиә биреүҙә ыңғай йоғонто яһай.
Һорауға яуап биреүселәрҙең яртыһы зоопаркка ҡаршы тауыш биргән. Төп дәлил: хайуандарҙы ситлектә тотоу — рәхимһеҙлек. Тауыш биреүселәрҙең 15 проценты ҡала бюджетының зоопаркты асыуға һәм уны тотоуға аҡсаһы етмәйәсәк, тип иҫәпләй.
Әйткәндәй, ҡала власында зоопарк асыу мөмкинлеге тәүге тапҡыр ҡаралмай. Хакимиәт башлығы Ирек Ялалов киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән аралашҡанда ла был идеяны күп тапҡыр күтәрҙе. Уның фекеренсә, Башҡортостан урмансылары исемендәге парк бының өсөн ҡулай майҙансыҡ булыр ине. Зоопаркты дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында төҙөргә мөмкин. Ирек Ялалов әйтеүенсә, инвесторҙарға паркта зоопарк асыу шарты менән тейешле инфраструктура ойоштороуға рөхсәт биреләсәк.
Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, һорау алыу тағы ла бер аҙна дауам итәсәк. Халыҡтың фекере ҡарар ҡабул иткәндә мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад