Ҡала шулай уҡ республика етәкселегенең бойороҡтарын көтә.

Өфө хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡаланың коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығына 15 декабргә төп яңы йыл майҙансыҡтарын әҙерләргә ҡушты.
«Республика етәкселегенең дә бойороғо булыр, моғайын. Ҡала халҡы Яңы йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршылаһын өсөн мөхит булдырырға тейешбеҙ», — тине Рөстәм Шәрипов мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә.
Өфөнөң коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү начальнигы урынбаҫары Ришат Исмәғилев 15 ноябрҙә эшселәрҙең В.И. Ленин исемендәге майҙанда 30 метрлыҡ пиксель шыршыларын ҡуя башлауҙарын иҫкә төшөрҙө.
Бынан алдараҡ Башинформ Башҡортостандың Яңы йылға нисек әҙерләнеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Республикала 636 яңы йыл ҡаласығы асылыуы көтөлә.