Республикала ҡар яуыуға бәйле ике трасса ябылды

Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлында (67-204-се километрҙа, Архангел, Белорет райондарында) йөк машиналары һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәтте сикләү оҙайтылды.
Шулай уҡ Белорет — Учалы — Мейәс трассаһында (1-159-сы километрҙа, Белорет, Учалы райондарында) сикләүҙәр индерелде.
Быға һауа шарттарының үҙгәреүе — ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы сәбәпсе.
Сикләүҙәр 18 ноябрҙә урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тә ғәмәлдән сығарыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.