Конкурсҡа йомғаҡ иҫке Яңы йылда – 13 ғинуарҙа яһала.

18 ноябрҙә, Ҡыш бабайҙың тыуған көнөндә Башҡортостанда иң яҡшы яңы йыл тылсымсыһы һынына ижади конкурс иғлан ителде.
Йәмәғәт биләмәләрен һәм яңы йыл ҡаласыҡтарын биҙәгән оҫталарҙы: ҡала һәм район хакимиәттәрен, идара итеүсе компанияларҙы, торлаҡ милекселәре ширҡәттәрен һәм халыҡ араһынан инициативалы төркөмдәрҙе ҡатнашырға саҡыралар. Иң үҙенсәлеклеҠыш бабай һынын яһарға һәм 27 декабргә тиклем #Креатив Башҡорт Ҡыш бабайы хештегы менән «Бәйләнештә»ге сәхифәгә фотоһын һалырға кәрәк.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һүҙҙәренсә, идеяның үҙенсәлеге, башҡарыу сифаты һәм яңы йыл тематикаһына тап килеү-килмәүе баһалана. Еңеүсене халыҡ тауыш биреү юлы менән һайлай.
Ҡыш бабайҙарҙың фотолары Ирина Голованованың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми сәхифәһендә 28 һәм 29 декабрҙә баҫылып сыға, тауыш биреү 10 ғинуарға тиклем бара. Конкурсҡа йомғаҡ иҫке Яңы йылда – 13 ғинуарҙа яһала. Иң яҡшы һындың авторына бүләккә – бер йәшник мандарин.
Ҡыш бабай һыны ҡуйылған урынды (ҡаланы, урамды, йортто, парк йәки сквер исемен) аныҡ күрһәтергә кәрәк.