Башҡортостанда йәшәүселәр республиканың Йәштәр баш ҡалаһы-2027 өсөн тауыш бирә ала17.11.2026

Тауыш биреү 20 ноябргә тиклем бара.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Республиканың ете территорияһы 2027 йылда Башҡортостандың Йәштәр баш ҡалаһы статусы өсөн көрәшә. Улар – Сибай ҡалаһы, Бәләбәй, Бүздәк һәм Дүртөйлө райондары, шулай уҡ Нефтекама, Октябрьский һәм Салауат ҡалалары.

Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров халыҡты тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға һәм үҙ муниципалитеттарына ярҙам итергә саҡырҙы. Уның һүҙҙәренсә, тауыш биреү —  һәр территория өсөн үҙен танытыу һәм почётлы статус өсөн көрәштә өҫтәмә өҫтөнлөк алыу мөмкинлеге ул.

Министрҙың MAX мессенджерындағы каналында ҡаланың видеовизиткаһын ҡарарға һәм тауыш бирергә мөмкин. Тауыш биреү 20 ноябргә тиклем бара.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфө «Рәсәйҙең йәштәр баш ҡалаһы-2027» исеменә дәғүә итә.



Вернуться назад