Баймаҡта яңы йыл байрамдарына әҙерлек башланды. Салауат Юлаев исемендәге үҙәк паркта белгестәр ҡаланың төп шыршыһын урынлаштыра, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән.

Байрам конструкцияһының бейеклеге – 15 метр. Заманса пиксель шыршы етеп килгән йылдың сағыу символына әүереләсәк. Әлеге ваҡытта эшселәр тимер каркасты йыйыу менән шөғөлләнә.
Сағыштырыу өсөн, былтыр ҡала паркында яңы йыл ҡупшыҡайын 17 декабргә ҡуйҙылар.