Республикала ишле ғаиләләргә мәктәп формаһы өсөн сертификаттар бирелә башлай16.11.2026

Етенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы президиумының 45-се ултырышында беренсе уҡыуҙа республикала күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында законға үҙгәрештәр индерелде.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе Салауат Харасов хәбәр итеүенсә, закон проектына ярашлы, республикала ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы мәктәп формаһын һатып алыу өсөн электрон сертификат йәки дәрескә йөрөү өсөн кейем комплекты менән тәьмин итеү буйынса пилот проектын тормошҡа ашырырға тәҡдим ителә.

Бығаса күп балалы ғаиләләргә мәктәп формаһының хаҡы компенсацияланды. Ата-әсә кейемде үҙ иҫәбенә һатып алырға, чектарҙы һаҡларға һәм дәүләттән аҡсаны кире ҡайтарыуҙы көтөргә тейеш ине. Яңы закон проекты аҡсаһыҙ ярҙам формаһына күсеүҙе күҙ уңында тота.

«Закон проектында 2 йылға бер тапҡыр күп балалы ғаиләләрҙе мәктәп формаһы менән тәьмин итергә тигән тәҡдим бар. Ошо дәүләт ярҙамы сараһын күрһәтеү тәртибен һәм формаһын республика хөкүмәте билдәләйәсәк», – тип билдәләне Салауат Харасов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 74 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй.

 



Вернуться назад