Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы белдерҙе.

– Ҡаласыҡтарҙы иртәрәк асыу тураһында уйларға кәрәктер, бәлки. Был, әлбиттә, һауа торошона бәйле, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова эштәрҙе башҡарыу ваҡытын раҫларға тәҡдим итте. 11 декабргә тиклем биналарҙы, урамдарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен, парктарҙы һәм скверҙарҙы яңы йыл уттарын ҡабыҙырға; 15 декабргә тиклем шыршылар ҡуйырға, тауҙарҙы сертификациялау буйынса саралар үткәреүҙе тәьмин итергә; 25 декабргә тиклем яңы йыл ҡаласыҡтары ҡорорға һәм тантаналы асырға. Тәҡдим ҡабул ителде.
Бынан алдараҡ беҙ Башҡортостанда Яңы йылға әҙерлек барышы хаҡында яҙғайныҡ. Республиканың тораҡ пункттарында 636 яңы йыл ҡаласығын төҙөү планлаштырыла.