Башҡортостан Башлығы Салауат белем биреү колледжы директорын бүләкләне16.11.2026

Юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн колледж етәксеһе «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булды.

Фото: видеонан скриншот | РБ хөкүмәтенең Рутубтағы рәсми каналы

Дүшәмбе, 16 ноябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтованы бүләкләне.

Юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн колледж етәксеһе «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжында «Абилимпикс» үҙәге эшләй. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итәләр – һөнәр һайлауҙа йүнәлеш бирәләр, улар өсөн стажировкалар ойошторалар, төрлө кимәлдәге профессиональ ярыштарҙа ҡатнашыуға әҙерләйҙәр.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, был беҙҙең балаларҙың «Абилимпикс»та берҙән-бер ҡаҙанышы түгел. Милли чемпионатта Башҡортостандан 74 ҡатнашыусы (мәктәп уҡыусылары, студенттар, эшләп йөрөгән белгестәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар) ине. Улар 12 миҙал – 3 алтын, 4 көмөш һәм 5 бронза яуланы.

Колледж директоры республика етәксеһенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Ошондай ҡатмарлы осорҙа күп кенә төбәктәр үҙ командаларын чемпионатҡа ебәрә алманы, ә беҙҙең республиканан 74 кешенән торған команда сығыш яһаны, тип билдәләне ул.



Вернуться назад