Айсу, Нуринисо һәм Кинйә: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы республикала йәшәүселәрҙең балаларына ҡушҡан популяр һәм һирәк исемдәр исемлеген яңыртты.
Ҡыҙҙар араһында иң популяр исем – Амелия. Республикала 352 сабыйға ошондай исем бирелгән. Икенсе урында – Эмилия (300), Йәсминә (293), София (285) һәм Ева (267) килә.
Ата-әсә улдарына йышыраҡ Әмир исемен һайлай (443 бала). Исемлектә шулай уҡ Тимур (319), Әмир (318), Михаил (288) һәм Мирон (275) бар.
Һирәк осраған исемдәргә килгәндә, яңы тыуған ҡыҙҙарға Ширин, Вивьен, Ренель, Айсу һәм Нуринисо тип ҡушалар. Малайҙарға иһә Ғимран, Барот, Кайсар, Кинйә һәм Саул исемдәрен һайлайҙар.