Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Бөгөн Балтас районының Штәнде ауылынан хеҙмәт ветераны Зөбәржәт Хәтмуллина үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләй, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.
Социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Фәриҙә Гәрәйшина һәм Штәнде биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Зилә Хәмәҙуллина юбилярға Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын тапшырҙы, муниципалитет һәм ауыл исеменән изге теләктәрен еткерҙе.
Зөбәржәт Фазылйән ҡыҙының бөтә ғүмере тыуған ауылы менән бәйле. Ул фермала, интернатта, сельпола һәм магазинда эшләгән. Тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге көндә инәйҙең 9 ейән-ейәнсәре һәм 15 бүлә-бүләсәре бар.