Гүйә, батыр кире ҡайтты!11.07.2012
Гүйә, батыр кире ҡайтты!Еңеү паркы өҫтөндәге күктә тыныслыҡты ярып “АН-2” самолеты осоп үтте. Бындағы барлыҡ халыҡтың ҡарашы юғарыға төбәлде. Әйтерһең, үҙенең хөрмәтенә йыйылғандарын белеп ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев хәрби “ИЛ-2”-һендә осоп үттеме ни!

Мәғлүм булыуынса, 9 июлдә легендар яҡташыбыҙҙың тыуыуына — 90 йыл. Ошо уңайҙан бик күп саралар үтте. Ә кисә республика етәкселеге, Геройҙың балалары, ветерандар һәм йәштәр Еңеү паркына йыйылды.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Муса Гәрәевтең ҡәберенә сәскә гөлләмәһе һалды. Хәрби оркестр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың гимндарын башҡарҙы.
— Бөгөн беҙҙе бында бөйөк яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтең рухы йыйҙы. Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына 700 мең тирәһе кеше китеп, уларҙың 300 меңе яу яланында ятып ҡалды. 284 яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде, һәм тик Муса Ғайса улы ғына был исемгә ике тапҡыр лайыҡ булды, — тине ул.
Рөстәм Зәки улы уның кешелек сифаттарына айырым баҫым яһаны. Ысынлап та, Муса Гәрәев тормошта ябай, изге күңелле, ә һуғышта ҡурҡыу белмәҫ, дошманды аямаған ҡаһарман шәхес була. Уның ойоштороу һәләте, ДОСААФ-та эшләгән йылдары ла хәтерҙә ҡалған.
Гүйә, батыр кире ҡайтты!— Муса Ғайса улы тураһындағы хәтирәләр күңелдәрҙә мәңге һаҡланырға тейеш. Ә беҙ уның данлы юлын дауам итергә бурыслыбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Тантанала шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡатнашты. Өлкән быуын исеменән республиканың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Марат Муллағәләмов сығыш яһаны. Ул яҡташыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында бәйән итте, уның тыныс тормоштағы эшмәкәрлеген телгә алды.
Муса Гәрәевте өлкән быуын ғына хәтерләй тип әйтеү дөрөҫ түгел. Йәштәр, республиканың күп кенә хәрби-патриотик клубтарында тәрбиәләнеүселәр өсөн ул бөгөн дә өлгө булып тора. Баш ҡаланың “Патриот” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнеүсе Данил исемле егеттең сығышы — тап ошоға дәлил.
— Беҙҙең быуын Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары өлгөһөндә үҫте. Муса Ғайса улы, ябай сержант булараҡ һуғышҡа эләгеп, өс йыл эсендә ҙур батырлыҡтар күрһәтә, хәрби хеҙмәтен майор булып тамамлай. Беҙгә лә уның кеүек һауа “сире” йоҡҡан. Ул бер ҡасан да беҙҙең хәтерҙән сыҡмаҫ һәм даны киләсәк быуынға тапшырылыр, — тине Данил һәм барлыҡ курсанттар, йәш быуын исеменән ҡәбер алдында баш эйҙе.
Тантанала Муса Гәрәевтең ғаилә ағзалары ла ҡатнашты. Улы Евгений республика етәкселегенә һәм халыҡҡа атаһының рухын онотмай һаҡлаған өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.
Ә күктәге “АН-2” осоуын дауам итте. Артабан унан Башҡортостан һәм Рәсәй флагтарын таҡҡан парашютсылар һикерҙе. Парктағы тантанаға килеүселәр араһында йәштәрҙең дә күп булыуы, уларҙың Герой хаҡында ысын күңелдән ҡыҙыҡһынып тыңлауы Муса Гәрәев тураһындағы хәтерҙең мәңгелек булыуына сағыу бер дәлил ине.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад