Туй өсөн популяр даталарҙы тиҙ алып бөтәләр.

Башҡортостандың ЗАГС бүлектәре 2027 йылда никах теркәү өсөн матур һәм көҙгөлө даталар исемлеген әҙерләгән. Был хаҡта республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Беренсе кварталда туй өсөн 27 ғинуар, 2 һәм 20 февраль, 27 февраль, 3 һәм 27 март тура килә. Икенсе кварталда – 27 апрель, 5 май, 15 май (Халыҡ-ара ғаилә көнө) һәм 27 май. Өсөнсөһөндә – 7 һәм 8 июль (Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө), 27 июль, 27 август һәм 9 сентябрь. Дүртенсе кварталда – 27 октябрь, 11 һәм 27 ноябрь, 27 декабрь.
Ғаризаны туйға бер йыл ҡалғас, әммә һайланған датаға тиклем бер айҙан да һуңға ҡалмайынса бирергә мөмкин. Быны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша онлайн йәки ЗАГС бүлегендә эшләргә була.