Республикала Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә дикторҙар конкурсы иғлан ителде13.11.2026

Конкурста мәктәп уҡыусыларынан ике эш көтөлә.

Фото: ғаилә архивы | "Башинформ" өсөн

Өфөлә «Диктор тауышы-2026» төбәк-ара конкурсы башланды. Ул күренекле диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә бағышланған. Төп маҡсат – киләсәккә дикторҙар, журналистар әҙерләү, «Башҡортостандың алтын тауышы»ның эшен дауам итеү, тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Конкурста мәктәп уҡыусыларынан ике эш көтөлә: яңылыҡтар сығарылышы әҙерләү һәм уҡыу (1 минут) һәм Дуҫлыҡ темаһына репортаж (3 минут).

Ижади эштәрҙе 15 ғинуарға тиклем «Диктор тауышы» төркөмөндәге пост аҫтына һалырға, исем-фамилияһын, мәктәбен күрһәтергә, ә тулы анкетаны төркөмдөң хәбәрҙәренә ебәрергә кәрәк.

Еңеүселәр 5 февралдә Әхәт Мортазиндың тыуған яғы Учалыла иғлан ителә.



Вернуться назад