Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә13.11.2026

Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

13-15 ноябрҙә Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. 13 ноябрҙә көндөҙ бер аҙ епшек ҡар яуыуы фаразлана. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан талғын, урыны менән көслө. Температура төндә +1, -4°, көндөҙ -2, +3°.

Шәмбе, 14 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ епшек ҡар фаразлана. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Температура төндә +1, -4°, көндөҙ +1, +6°.

Йәкшәмбе, 15 ноябрҙә, башлыса ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Температура төндә -2, +3°, көндөҙ +4, +9°.



Вернуться назад