Республикала йәшәүселәрҙе сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр.

13-15 ноябрҙә Башҡортостандың 38 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, унда тәбиғи, сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.
Бындай йәрминкәләрҙә урында етештерелгән продукттар, шул иҫәптән йәшелсә һәм бал һатыла.
Өс көнлөк йәрминкәләр өсөн 49 майҙансыҡ ойошторола. Адрестар һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының сайтында баҫылған.