Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы трассала хәрәкәтте сикләү тураһында хәбәр итте.
«2026 йылдың 13 ноябрендә иртәнге сәғәт 10-сы 30 минуттан Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлында (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел райондарында) йөк һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт ябылды», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.
Юлдың асылыуы тураһында өҫтәмә мәғлүмәт буласаҡ. Еңел автомобиль водителдәренә алыҫ сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.