Һауа торошона бәйле республиканың өс районында трасса ябылды13.11.2026

Һауа торошона бәйле республиканың өс районында трасса ябылды

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы трассала хәрәкәтте сикләү тураһында хәбәр итте.

«2026 йылдың 13 ноябрендә иртәнге сәғәт 10-сы 30 минуттан Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлында (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел райондарында) йөк һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт ябылды», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.

Юлдың асылыуы тураһында өҫтәмә мәғлүмәт буласаҡ. Еңел автомобиль водителдәренә алыҫ сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.



Вернуться назад