Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә

М-5 «Урал» трассаһында 13 ноябрҙә таңғы сәғәт 5-тән ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттарҙа пассажир ташыусы автобустар һәм маршрут таксиҙары, шулай уҡ йөк транспорты өсөн хәрәкәт сикләнә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, сикләүҙәр һауа торошо яҡшырғансы М-5 «Урал» Мәскәү — Рязань — Пенза — Һамар — Өфө — Силәбе юлының Өфөнән Иглин районына тиклемге участкаһында ғәмәлдә була.