Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар12.11.2026

Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар

Социаль селтәрҙәрҙә республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич ҡултамғаһы менән ялған документ таратыла. Бойороҡта теләк буйынса хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүҙең бөтөрөлөүе һәм республиканың бөтә хәрби комиссариаттарында документтарҙы рәсмиләштереүҙең мәжбүри тәртибе индерелеүе тураһында әйтелә.

«Башҡортса фактчекинг» төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, был документ ялған, уның РФ Оборона министрлығының һәм Башҡортостандың хәрби комиссариатының реаль эшмәкәрлегенә бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.

Республика халҡын ведомстволарҙың рәсми белдереүҙәренә генә ышанырға һәм хәлде ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән мәғлүмәт провокацияларына бирелмәҫкә саҡыралар.



Вернуться назад