Республикала ноябргә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә12.11.2026

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә плюс температураһы һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә, тип фаразлай Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Бөгөн, 12 ноябрҙә, урыны менән епшек ҡар һәм ҡар яуыуы көтөлә. Иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Көндөҙ һауа -2, +3 градусҡаса йылына.

Йома, 13 ноябрҙә, бер аҙ епшек ҡар, айырым райондарҙа тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Төндә -1, -6°, аяҙытҡанда -11° тиклем һыуыта, көндөҙ -2, +3° булыуы фаразлана.



Вернуться назад