Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк12.11.2026

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Радий Хәбиров Тура бәйләнештә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөнә бәйле хәлгә асыҡлыҡ индерҙе. Быйыл унда фасад эштәре тамамланырға тейеш. Уның һүҙҙәренсә, төҙөлөш этаплап башҡарыла, ер төҙөлөшө буйынса ҡатмарлы юридик мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк.

«Эш шунда: стилобаттың бер өлөшө мәсет өсөн бүленмәгән территорияға ингән. Шуға күрә унда эшкә тотоноу проблемалыраҡ», — тине республика етәксеһе.

Шуға ҡарамаҫтан, киләһе йылда уҡ ярҙамсы биналар (гардероб, санузелдар) өҫтөндә эштәрҙе тамамлау һәм ҙур булмаған намаҙ уҡыу залын асыу планлаштырыла.

Төп пландар

Киләһе йылдың аҙағына тиклем – даими рәүештә дини ғәмәлдәрҙе үтәү.  

2028 йылда төп залды тамамлау.

Бюджеттан тыш финанслауҙан башҡа ҙур объекттар төҙөү процесы һәр ваҡыт ваҡыт талап итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров:

«Аҙымлап-аҙымлап эште башҡарып сығырбыҙ».

Рәсәй урамындағы православие сиркәүендә эштәр меценаттар ярҙамы менән күпкә тиҙерәк бара, тип билдәләне ул.

«Унда Геннадий Иванович Букаев шөғөлләнә, уға барыбыҙ ҙә тәрән ихтирам белдерәбеҙ. Ул шул тиклем күп объекттар эшләгән. Әйткәндәй, Геннадий Ивановичты Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланыуы менән ҡотлайбыҙ».



Вернуться назад