Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды12.11.2026

2027 йылда Өфөгә Ағиҙел йылғаһы ярына Салауат Юлаев һәйкәле урынлаштырыласаҡ. Хәҙер уны скульптор Сосланбәк Тавасиев уйлағанса бронзанан ҡоялар.

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Һәйкәл ҡойоу эштәре Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында тулы көсөнә бара. Яңыртылған һәйкәлдең деталдәрен 2027 йылдың майына тиклем ҡойорға планлаштырылар, һуңынан уны йыйырға һәм 2027 йылдың октябрендә Республика көнө алдынан ҡуйырға ниәтләйҙәр.

Шулай уҡ һәйкәл тирәһендәге территория төҙөкләндереләсәк, фонтан үҙгәртеләсәк һәм монумент тирәләй күҙәтеү баҫҡысы буласаҡ.

Тура бәйләнештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа авария хәлендә булған һәм әле тәртипкә килтерелә башлаған элекке суйын һәйкәлдең ҡайҙа урынлашасағы тураһында һорау бирҙеләр.

Салауат Юлаевҡа «иҫке» һәйкәл Шишмә районының Евразия күсмә цивилизациялар музейына ҡуйыласаҡ , кешеләр уны яҡындан ҡарай аласаҡ.

– Салауат Юлаев һәйкәле ғәйәт ҙур, бейек, һәм ул унда бик яҡшы тура килә. Ул бина эсендә торасаҡ, климат йоғонтоһона дусар булмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, музей 2028 йылдың уртаһында асыласаҡ.



Вернуться назад