Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе11.11.2026

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе

Фото: видеонан стоп-кадр | БР Башлығының Тура бәйләнеше

Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһының өлкән шәфҡәт туташы Гөлмирә Мөҙәрисованың һорауына яуап бирҙе.

Яҡташыбыҙ республика етәксеһенә быйыл ҡыҙының махсус квота буйынса юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте. Махсус операция тамамланғандан һуң МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн был льготалар һаҡланасаҡмы, тигән һорау бирҙе ул.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, льготаларҙың күпселеге ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала.

Махсус хәрби операция дауам иткән ваҡытта властар булдырылған ярҙам саралары структураһы сиктәрендә эшләй, тине республика етәксеһе.

«Беҙ ярҙам саралары структураһын булдырҙыҡ, ул эшләй, һәм шуның буйынса барабыҙ. Артабан тормош  күрһәтер», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.




Вернуться назад