Район дауаханаһын төҙөкләндереү 1 декабргә тамамланырға тейеш.
Ейәнсура районының йәш табиптары Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнештә тура эфирға сыҡты һәм республика етәкселегенә дауахананы ремонтлауҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Эштәрҙе 1 декабргә тамамлау планлаштырыла.
Терапевт Наҙгөл Исмәғилева һүҙҙәренсә, учреждениеға 16 йәш табип эшкә килгән. Уларҙың күбеһе – районда тыуып үҫкән белгестәр һәм медиктарға дәүләт ярҙамы программаларында ҡатнашыусылар.
Радий Хәбиров үҙенең районға сәфәрен һәм йәш кадрҙарҙың килеүенә ҡыуаныуын иҫкә төшөрҙө. Дауахананы ремонтлағас, киләһе йылда район поликлиникаһын төҙөкләндереү планлаштырыла, бының өсөн аҡса бар, тип хәбәр итте ул коллективҡа.
Баш табип Владислав Ваһапов 23 мең кеше өсөн бының бик мөһим булыуын билдәләне. Иҫәнғолдоң медицина учреждениеларында Ейәнсура, Күгәрсен райондары һәм Ырымбурҙың ҡайһы бер райондары халҡы дауалана.