Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Тура бәйләнеш барышында Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәриповҡа Нуғай биҫтәһендә Ғәлимйән Таған урамын төҙөкләндереү менән шөғөлләнергә ҡушты.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Нуғай әүҙем үҫешә: мәктәп төҙөлгән, хәҙер поликлиника, балалар баҡсаһы төҙөлә. Әммә ауылдың үҫеш темптары инфраструктураны төҙөкләндереү тиҙлегенән алда бара.
«Ғәлимйән Таған урамын яҡын арала тәртипкә килтерергә һәм һөҙөмтәләр тураһында хәбәр итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Һорау экранға йүгереүсе юл форматында сығарылды.