Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте

Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһында ремонт эштәре тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Аҫау-Зубов ауылынан Ашҡаҙар ауылына тиклем 23 километр юл дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтелде. Уны дүшәмбе, 16 ноябрҙә, асыу планлаштырыла. Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы БСТ телеканалы журналисы Динара Таймаҫханованың һорауына шулай тип яуап бирҙе. Ул трассаның башҡа участкаларын киңәйтеү планы бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды.
«Стәрлетамаҡты урау юлға килгәндә, эштәрҙе тамамланыҡ. Дүшәмбе, 16 ноябрҙә, асабыҙ. Был хәүефле участка, ниһайәт, нормаль режимда эшләй башлаясаҡ. Артабан беҙ эште Ергәнгә тиклем еткерергә планлаштырғайныҡ. Нимә ҡамасаулай? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нормативтар. Дүрт һыҙатты эшләргә мөмкинлек биргән машиналар ағымы тап килмәй, унда бындай ағым юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, мин быныиғтибарҙа тотам, киләсәктә быны мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ. Унда ер һәм юридик мәсьәләләр хәл ителгән. Ергәнгә тиклем төҙөлөш менән «инергә» генә ҡала», – тип билдәләне Радий Хәбиров.