Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте11.11.2026

Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Тура бәйләнеш барышында журналистың «Өфө муйынсағы» паркының киләсәге тураһында һорауына яуап биреп, Өфөнөң буласаҡ етәкселәре тормошҡа ашырасаҡ ҡала проекты булып тороуын һәм ул конкрет етәкселәр менән ассоциацияланырға тейеш түгеллеген белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, парк баш ҡала халҡы араһында ҙур популярлыҡ яуланы һәм республика проектҡа бюджет аҡсаһын һалмай, баш ҡала хакимиәте менән үҙаллы финанслау тураһында килешеү төҙөнө. «Өфө муйынсағы» башлыса бюджеттан тыш сығанаҡтар — төҙөүселәр күсергән аҡса иҫәбенә төҙөлә, шуға күрә проекттың уңышы туранан-тура мэрияның эш сифатына һәм уның эре төҙөлөш компаниялары менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелегенә бәйле, тип билдәләне ул. 



Вернуться назад