Бакировтар Президентта булды11.07.2012
Бакировтар Президентта булдыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнән күп балалы әсә Гөлнара Бакироваға 5617-се “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

Республика башлығы был сараға Бакировтарҙың ҙур, татыу ғаиләһен — хужабикәнән тыш, алты баланы: 18 йәшлек Азалияны, 15 йәшлек Анжелика, 8 йәшлек Алина, 5 йәшлек Анна, 3 йәшлек Андрей һәм 2 йәшлек Аделина менән ғаилә башлығы Сергей Викторовичты ла саҡырғайны.
Рөстәм Хәмитов ғаиләнең тормош хәле менән ҡыҙыҡһынды.
— 207-се маршрут буйынса автобуста шофер булып эшләйем, — тине Сергей Бакиров. — Унда ла күп балалы атай булыуымды беләләр, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышалар.
— “Изгелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә ғаиләлә тәрбиәләү төркөмөн ойошторорға тәҡдим иттеләр. Беҙҙе билдәле бер мәктәпкәсә учреждениеға беркетәсәктәр, — тип һүҙгә ҡушылды Гөлнара Бакирова.
Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, ғаилә ҙур булмаған ике бүлмәле фатирҙа ҡәйнә менән бергә йәшәй. Рөстәм Хәмитов тейешле документтар йыйып, төҙөлөш өсөн бушлай ер участкаһы алыу программаһына инергә тәҡдим итте.
— Төҙөлөш башлаһағыҙ, дәүләт тә ярҙам итер. Әгәр ер кәрәкмәй икән, уны һатып, аҡсаһын фатирҙы киңәйтеүгә тотонорһоғоҙ, — тине Президент.
Артабан төбәк башлығы миҙал һәм бүләктәр тапшырҙы, балалар Президенттың ҡулынан уйынсыҡтар алып ҡыуанды.
Бакировтарҙың бергә ғүмер итеүенә — 19 йыл. Дуҫ, татыу ғаиләлә бер-береңә, балаларға, туғандарға һәм яҡындарға бары һөйөү хисе тәрбиәләнә.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад