Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр11.11.2026

Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 17 ноябрҙә Өфө ҡала советы ултырышында депутаттар баш ҡала хакимиәтенең яңы етәксеһе вазифаһына Рөстәм Шәриповтың кандидатураһын ҡараясағын иҫкә төшөрҙө.

«Мин махсус рәүештә Хәйбулла районынан Рөстәм Динислам улын саҡырҙым, ул ике муниципалитта етәксе булып эшләне, характеры бар, яуыз түгел, был минең өсөн мөһим. Бик етди кеше», – тине ул.

Йомғаҡлау ҡарары депутаттарҙа ҡала, ләкин ултырышта республика власы вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы яңы етәксегә 2028 йылда Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты алдынан күләмле мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәге хаҡында иҫкәртте. Уның һүҙҙәренсә, республиканың баш ҡалаһына 30-ҙан ашыу дәүләт башлығы, шул иҫәптән Рәсәй, Ҡытай һәм Һиндостан лидерҙары киләсәк, шуға күрә ҡаланың яңы етәкселеген байтаҡ эштәр көтә. 



Вернуться назад