Республика биләмәһендә 7 БПЛА атып төшөрөлгән

Бөгөн республика күгендә 7 пилотһыҙ осоу аппараты атып төшөрөлдө, уҙған аҙнала етди һөжүм булды. Башҡортостан Башлығы «Башинформ» агентлығының һорауына ошолай тип яуап бирҙе.
«Әлегә беҙ бындай һөжүмгә ҡаршы тора алабыҙ, әммә һөжүмдең артыуына әҙерләнәбеҙ. «Тыныслыҡ теләйһең икән, һуғышҡа әҙерлән», — тине Радий Хәбиров.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бөгөн Башҡортостан биләмәһендә «Пилотһыҙ хәүеф» режимы индерелде.