Уны төҙөүселәрҙең береһе — Өфө программисы Айгиз Ҡунафин.

Айфон платформаһы өсөн башҡорт клавиатураһы булдырылды. Уның менән телефондың операцион системаһын яңыртҡандан һуң ҡулланырға мөмкин.
Яңы клавиатураны әҙерләүҙә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән белгестәр менән бер рәттән Өфө программисы Айгиз Ҡунафин ҡатнашҡан. Программаның үҙен Тува республикаһынан айтишник Али Ҡужугетов эшләгән.
«Әлегә беҙ рус клавиатураһына башҡорт хәрефтәрен өҫтәнек. Төймәгә оҙаҡ итеп баҫҡандан һуң беҙҙең телдәге хәрефтәр яҙыла. Киләсәктә айырым башҡортса клавиатура булдырылыр тип көтәбеҙ», — тип аңлатты программист.
Бынан алда «Финист» һәм «Ҡарлуғас» Өфө яны электричкаларында башҡорт теле яңғыраясаҡ, тип яҙғайны Башинформ.