Башҡортостандың «Айғыр» маршруты Рәсәй тимер юлдарында иң яҡшыһы тип танылды11.11.2026

Башҡортостандың «Айғыр» маршруты Рәсәй тимер юлдарында иң яҡшыһы тип танылды

Фото: Александр Шельдяевтың социаль селтәрҙәре | мах

«Айғыр» тау экспресы илдең иң яҡшы тимер юл туристик маршруты тип танылды. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Александр Шельдяев хәбәр итте. Башҡортостан проекты XIII «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһында беренсе урынды яуланы, үҙ номинацияһында Рәсәйҙең һәм Белоруссияның 96 тораҡ пунктынан 369 проектты уҙып китте.

«Беҙҙең өсөн был тармаҡтың таныуы ғына түгел, ә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген раҫлау ҙа. Республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселегенең ярҙамы менән 2026 йылдың майынан был маршрут буйынса заманса биш вагонлы «Финист» электропоезы йөрөй. Юл ваҡыты ҡыҫҡара, ә уңайлылыҡ арта. Халыҡ быны баһаланы, һәм быйыл йәй экспресс 100 меңдән ашыу пассажир ташыны», — тине Александр Шельдяев.

«Был республикабыҙ менән ғорурланыу өсөн тағы бер сәбәп. Бындай проекттар Башҡортостанды яңы яҡтан асырға ярҙам итә. «Тау экспресы» командаһын лайыҡлы награда алыуҙары менән ҡотлайым. Маршруттың яңы пассажирҙары һәм яңы рекордтары булыр тип ышанам», – тип яҙҙы премьер-министр үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.




Вернуться назад