Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде11.11.2026

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Фото: Ләйсән Закирова | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Республика биләмәһендә БПЛА хәүефе иғлан ителде. Был хаҡта БР ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осороуға сикләүҙәр индерелде.

Күрше төбәктәрҙә, Татарстанда, Һамар өлкәһендә һәм Сыуашстанда дошман дрондары һөжүме ҡурҡынысы янай. Бөгөлмә, Ҡазан, Түбәнге Кама, Һамар һәм Чебоксар аэропорттары ябылды.

БПЛА һөжүме янағанда үҙеңде нисек тотоу тураһында бында уҡығыҙ.



Вернуться назад